Уларға диплом тапшырыу тантанаһы Өфөлә үтте. Республика һәм Урал дәүләт иҡтисад университеты менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә Башҡортостандың төрлө район-ҡалалары медицина учреждениелары баш табиптары һәм идаралыҡ аппараты вәкилдәре финанстар менән эш итеү белемен камиллаштырған.
Дәрестәр өс айҙан ашыу онлайн һәм оффлайн рәүештә барған. «Иҡтисад һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу» өҫтәмә һөнәри программа сиктәрендә табиптар университет ғалимдары, Свердловск өлкәһе һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре менән аралашҡан. Уҡыуҙарға Башҡортостан икенсе йыл ҡушыла, бынан тыш, программала Татарстан һәм Дағстан республикалары медицина хеҙмәткәре ҡатнаша.